

Яңы Ергән ауылының иң өлкән һайлаусыһы, хеҙмәт ветераны һәм тыл хеҙмәтсәне Сабирйән Сөләймән улы Аблаев - ауылдың абруйлы аҡһаҡалы.
Уға 94 йәш, ветеран тыуған районының әүҙем гражданы, илдә һәм районда барған бөтә ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынып бара. "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенә даими рәүештә яҙыла.
Сығышы менән Суҡраҡ ауылынан, 17 йыл Яңы Ергән ауылында ҡыҙы Рәйләнең ғаиләһендә йәшәй. Уның атаһы мулла була, үҙе лә диндар кеше. Намаҙ һәм аяттар уҡый. "Һайлауҙарға мотлаҡ барырға кәрәк, үҙем бер тапҡыр ҙа һайлауҙарҙы ҡалдырғаным юҡ", - ти Сабирйән Сөләймән улы.