

Яңы Ергән ауылынан Сабирйән Сөләймән улы оло йәштә лә илдәге, донъялағы, район яңылыҡтарына битараф түгел.
Ул Суҡраҡ ауылында тыуып үҫкән. Хеҙмәт ветераны һәм тыл хеҙмәткәре Яңы Ергәндә ҡыҙы Рәйлә менән йәшәй. Сабирйән Сөләймән улы үҙ ғүмерендә бер һайлауға бармай ҡалғаны юҡ. Ауылда һайлау ауыл клубында үтә, ә ул унда яҡын йәшәгәнлектән, йәйәүләп килеп, гражданлыҡ бурысын үтәй.
Автор:Зиля Акъюлова