СӘЙӘСӘТ
10 Сентября 2023, 12:57

Һайлаусылар өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙалана

Сәләмәтлеге буйынса һайлау участкаһына килә алмаған граждандар өйҙә тауыш бирҙе    

Һайлаусылар өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙаланаҺайлаусылар өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙалана
Һайлаусылар өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙалана
Аҡъяр ауылының "аҫҡы" урамдарында йәшәүселәр ҙә ошо ысул менән файҙаланды ла. Улар 3201-се участка һайлау комиссияһы ағзаларын шатланып ҡаршы алды.

–Өйҙә тауыш биреүгә 26 кешенән заявка ҡабул иттек, улар барыһы ла был хоҡуҡ менән файҙалана алды, – ти 3201-се һайлау участкаһы рәйесе Замир Рәхмәтов.
 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн 10 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының етенсе саҡырылыш депутаттарын һәм Хәйбулла районының бөтә 14 ауыл биләмәһе советтары депутаттарын һайлайбыҙ.  Был мәлдә һәр беребеҙ ауыл биләмәһенең һәм республиканың киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.

Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы урындағы ваҡыт буйынса 21:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

 
Һайлаусылар өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙалана
Һайлаусылар өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙалана
Һайлаусылар өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙалана
Һайлаусылар өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙалана
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас