СӘЙӘСӘТ
10 Сентябрь 2023, 02:05

Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы үҙ эшен башланы

Теүәл 7:00 сәғәттә Аҡъяр ауылында район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3203-сө һайлау участкаһы участка рәйесе Азамат Бохарбаев комиссия ағзаларына был көндөң мөһимлеген билдәләп, уңышлы эш көнө теләне. Һайлау комиссияһы ишеге асылыуҙың тәүге минуттарында 15-ләп кеше гражданлыҡ бурысын үтәне.

Бөгөн 10 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының етенсе саҡырылыш депутаттарын Һәм Хәйбулла районының бөтә 14 ауыл биләмәһе советтары депутаттарын һайлайбыҙ.  Был мәлдә һәр беребеҙ ауыл биләмәһенең һәм республиканың киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.

Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 7:00 сәғәттән 21:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Районда йәмғеһе 22167 кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 529-ы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас