

Республикабыҙ һәм ауыл биләмәләре яҙмышы хәл ителгән мөһим кампанияла оло быуындың ситтә ҡалмауы, әүҙемлек күрһәтеүҙәре хуплауға лайыҡ. Һәр һайлау участкаһында тиерлек мәҙәни саралар, көҙгө йәрминкәләр ойошторолдо.
Һайлауға килеүселәр сәйәси кампанияла ҡатнашып ҡына ҡалмай, бер юлы рәхәтләнеп концерт ҡарап, көҙгө муллыҡ байрамынан- йәрминкәләрҙән үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәр алып ҡайта ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн 10 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының етенсе саҡырылыш депутаттарын һәм Хәйбулла районының бөтә 14 ауыл биләмәһе советтары депутаттарын һайлайбыҙ.
Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы урындағы ваҡыт буйынса 21:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.