СӘЙӘСӘТ
10 Сентября 2023, 06:57

100 йәшлек ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне!

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов Аҡъяр ауылының 3203-сө һайлау участкаһында тауыш бирҙе

100 йәшлек ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне!100 йәшлек ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне!
100 йәшлек ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне!

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов Аҡъяр ауылының 3203-сө һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Әйтергә кәрәк хөрмәтле ветераныбыҙ һайлау участогы урынлашҡан район мәҙәниәте йортона үҙ теләге менән йәйәү килгән һәм ул бер ваҡытта ла һайлауҙарҙы ҡалдырмаған.

Фәтхулла Әһлиулла улы менән бергә уның ҡыҙҙары Гөлшат Юламанова менән Гүзәл Рәшитова һәм кейәүе Далха Рәшитов гражданлыҡ бурысын үтәне.

"Беҙ йыл һайын бөтә ғаиләбеҙ менән бергә һайлауға йөрөйбөҙ. Тауыш биреүҙәрҙе ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Быйыл һайлау участкаһы вәкилен өйгә саҡыртырға тәҡдим иткәйнек, ләкин атайыбыҙ йәйәүләп үҙем барам тигән теләген белдерҙе. Һәм беҙ был һайлауҙарҙа ла бергәләп һайлау участкаһына тауыш биреүбеҙгә шатбыҙ," - тине ветерандың ҡыҙы Гүзәл Әһлиулла ҡыҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн 10 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының етенсе саҡырылыш депутаттарын Һәм Хәйбулла районының бөтә 14 ауыл биләмәһе советтары депутаттарын һайлайбыҙ.  Был мәлдә һәр беребеҙ ауыл биләмәһенең һәм республиканың киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.

Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 7:00 сәғәттән 21:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Районда йәмғеһе 22167 кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 529-ы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

100 йәшлек ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне!
100 йәшлек ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне!
100 йәшлек ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас