Рәсәй президенты Владимир Путин үҙенең указы менән Башҡортостандан летчик-күҙәтеүсе Дамир Шәймөхәмәтовты һөнәри бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләне.
Пилот 2017 йылдың 4 майында республиканың Белорет районында янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында урмандарҙы патруллек иткәндә һәләк булған.
Ул ваҡытта төбәк урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Айҙар Йәнгиров та үлгәндән һуң дәүләт наградаһы менән билдәләнде.