СӘЙӘСӘТ
15 Июнь 2023, 10:32

Илнур Сәлихов: “Мин үҙ илемдең патриоты”

Илнур Сәлихов—алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса йәмәғәт фекере лидеры, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се  Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры.  Абруйлы уҡыу йортоноң йәш директоры менән район һабантуйында осрашып, төрлө яҡлы әңгәмә алып барырға форсат тейҙе.

Илнур Сәлихов: “Мин үҙ илемдең патриоты”Илнур Сәлихов: “Мин үҙ илемдең патриоты”
Илнур Сәлихов: “Мин үҙ илемдең патриоты”

Илнур Сәлихов: “Мин үҙ илемдең патриоты”

Илнур Сәлихов—алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса йәмәғәт фекере лидеры, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се  Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры. Ул хеҙмәт эшмәкәрлеген мәғарифҡа бағышлаған. Ябай  социаль педагогтан директор вазифаһына тиклем үҫкән йәш кеше белем биреү системаһындағы проблемалы, шулай уҡ көслө яҡтарҙы дөрөҫ баһалай, фекерләй. Абруйлы уҡыу йортоноң йәш директоры менән район һабантуйында осрашып, төрлө яҡлы әңгәмә алып барырға форсат тейҙе.

--Илнур Рифат улы,   ни өсөн нәҡ педагогика юлын һайланығыҙ?

--Сөнки бөгөн педагогика бөтә башланғыстарға, киләсәккә юл яра. Анығыраҡ әйткәндә, балалар белем биреү, йәғни уларҙың киләсәгенә ниндәйҙер кимәлдә йоғонто  яһау-- ул ҙур яуаплылыҡ.  Шул уҡ ваҡытта йәш быуындың уңыштарын күреү ҙә ҙур һөҙөмтә. Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатҡа республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән балалар уҡырға килә. Уҡыу йортоноң директоры булараҡ, минең бурысым—сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү һәм конкурентлылыҡҡа һәләтле сығарылыш уҡыусыларын әҙерләү.

Ауылдарҙа  мәктәптәрҙең эшләүе мөһим, сөнки ауыл ерендә ул белем биреү учреждениеһы ғына түгел, социаль-мәҙәни үҙәк тә. Ғөмүмән әйткәндә,  педагогтар, социаль хеҙмәткәрҙәр әҙерләү системаһын камиллаштырырға, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрергә кәрәк. Был бик яуаплы йүнәлеш һәм был йәһәттән бөгөндән эшләү зарур.

--Йәш етәксе булараҡ, һеҙҙең уңыш сере нимәлә?

--Минең фекеремсә,  мәктәп партаһынан, студент саҡтан актив тормош алып барырға, үҙидаралыҡ эшендә, волонтерлыҡ эшмәкәрлегендә ҡайнарға кәрәк. Мин быны “киләсәккә инвестиция” тип атайым. Ошо этаптарҙа төрлө кимәлдәге етәкселәр, йәмәғәт фекере лидерҙары менән танышаһың,  улар менән бер майҙанда эшләйһең.

--Илнур Рифат улы, берәй ҡасан республиканан ситкә китергә, эшләргә тигән уйығыҙ булманымы?

--Юҡ. Мин үҙемдең Башҡортостанымдың патриоты. Бәләкәй Ватанымды сикһеҙ яратам. Унан һуң, йәшәгән төбәгеңде үҫтереүгә өлөш индереп,  уның илебеҙ лидерҙары иҫәбенә инеүен, уңыштарын күҙәтеү үҙе бер ҡыуаныс.Ә республикабыҙҙың алдынғылар рәтендә булыуға мөмкинлектәре бик ҙур. Минең уйлауымса, беҙҙә кешенең үҫеше, матур йәшәйеше өсөн шарттар булдырылған. Әлбиттә, етешһеҙлектәр һәр ваҡыт бар, әммә уларҙы хәл итергә, исем өсөн генә түгел, ә барлыҡ күңелде һалып  эшләргә кәрәк.

--Хәйбулла районы тураһында нимә әйтер инегеҙ?

--Хәйбулланы район һабантуйында үҙем өсөн яңы яҡтан астым. Бигерәк тә  башҡорт ҡоротон брендлы продукция итеп күтәреп, уның Рәсәйҙә яңы рекорд булараҡ теркәлеүе әсир итте. Был бит бик шәп! Әгәр һәр брендлы продукцияның етештерелгән үҙ ватаны бар икән, был инде уның тарихы булыуы,  артабан үҫеш аласағы тураһында һөйләй.

Хәйбулла районы тураһында тағы ла шуны әйтер инем. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыусыларҙың күбеһе Урал аръяғы райондарынан.  Бөгөнгө көндә Хәйбулла районынан 7-сенән 11-се класҡа тиклем  32 уҡыусы белем ала.  Хәйбулла уҡыусылары һәр ваҡыт  яҡшы әҙерлекле, үҙаллы һәм яуаплы булыуҙары менән айырыла.  Был йәһәттән улар менән эшләү ҙә еңел.  Беҙ уларға сифатлы  белем биреп, ә улар, үҙ сиратында, киләсәктә юғары квалификациялы белгестәр булып, үҙ райондарына эшкә ҡайтыр, тип ышанам.

--Үҙегеҙ йәш кеше булараҡ, Хәйбулла йәштәренә һеҙҙең теләктәр?

--Кеше һәр ваҡыт камиллашырға, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә тейеш. Тағы ла үҙ эшеңдән тыш, ниндәйҙер табыш килтергән башҡа шөғөлөң дә булыуы отошло. Йәш быуынды ҡыҙыҡһындырырлыҡ нимәләр күп, тик дөрөҫ йүнәлеш бирергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ялған  мәғлүмәттәр, йүнәлештәр бихисап. Ошо йәһәттән дә эш алып барырға кәрәк.  “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге  шәхси сәхифәмә ниндәйҙер ауыл мәктәбе уҡыусыһы йәки әүҙем егет һәм ҡыҙҙар  яҙылһа, мин уларға уҡыуҙа һәм  йәмәғәт эшендә ниндәйҙер өлгө һәм йүнәлеш бирә алырмын тип өмөтләнәм.

--Илнур Рифат улы, һуңғы һорау. Ни өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһынан праймеризда ҡатнашырға уйланығыҙ?

--“Берҙәм Рәсәй” партияһынан алдан тауыш биреүҙә ҡатнаштым, сөнки һайлауҙа ҡатнашыу минең өсөн ул  территорияларҙағы проблемаларҙы тәрәнерәк өйрәнеү, һайлаусыларҙың тәҡдимдәрен тыңлау. Ғөмүмән, был бурыстарҙы хәл итеүгә бөтә тырышлығымды, белемемде, тәжрибәмде һала алам, тигән ышаныстамын.

Мәрйәм Иманғолова.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас