СӘЙӘСӘТ
10 Май 2023, 17:18

Владимир Путин хәрби күнекмәләргә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

   

Владимир Путин хәрби күнекмәләргә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙыВладимир Путин хәрби күнекмәләргә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин хәрби күнекмәләргә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Ил Президенты Владимир Путин запастағы рәсәйҙәрҙе быйыл күнекмәләргә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«2023 йылда запастағы Рәсәй Федерацияһы граждандарын Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә, Рәсәй Федерацияһының милли гвардия ғәскәрҙәрендә, дәүләт һағы органдарында һәм Федераль именлек хеҙмәте органдарында хәрби күнекмәләр үтеү өсөн саҡырырға ҡарар итәм», - тиелә документта.

Хөкүмәткә һәм төбәк властарына «саҡырыу менән бәйле сараларҙың үтәлешен тәьмин итергә» ҡушылды.

 

Автор: Ләйсән Закирова

Фото:Олег Яровиков.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас