СӘЙӘСӘТ
25 Апрель 2023, 14:45

Дәүләт Думаһы депутаты – Хәйбуллала

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән районға килде

Дәүләт Думаһы депутаты – ХәйбуллалаДәүләт Думаһы депутаты – Хәйбуллала
Дәүләт Думаһы депутаты – Хәйбуллала

Эш сәфәре планы бик тығыҙ булһа ла сәйәсмән халыҡ менән ихлас осрашты, уларҙың тәҡдимдәрен, фекерҙәрен тыңланы. Төрлө форматтағы саралар менән тулы көн йәш быуын вәкилдәре менән осрашыу менән башланды. Зариф Зәкир улы 2-се Аҡъяр мәктәбендә өлкән класс уҡыусылары өсөн ойошторолған Батырлыҡ дәресендә ҡатнашты.

Артабан депутат район хакимиәтендә шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте. Әйткәндәй, уларҙың һәр ҡайһыһы депутатҡа етди мөрәжәғәт менән килгәйне. Һуңынан ошо уҡ бинала Зариф Байғусҡаров Урындағы үҙидаралыҡ көнөнә арналған тантаналы сарала булып, байрам уңайынан бер нисә хеҙмәткәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ Зариф Зәкир улы Хәйбулла ир-егеттәре йыйылыщында сығыш яһаны, бында Башҡортостан Республикаһының «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Хәйбулла районы бүлегенең рәйесе итеп Риф Баймырҙин һайланды.

Депутат 78-се Еңеү яҙын ҡаршылаған хөрмәтле һуғыш ветерандары – Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшев менән Фәтхулла Әғлиулла улы Юламанов менән шәхсән осрашып, уларҙы етеп килгән байрам менән тәбрикләне.

Көндөң икенсе яртыһы ла сараларға бай булды. Зариф Байғусҡаров район үҙәгенең Төньяҡ-Көнсығыш микрорайонында урынлашҡан Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов иҫтәлегенә арналған аллеяла ағастар ултыртыуҙа ҡатнашты. 

Парламентарий районда әһәмиәтле төҙөлөш объекттары – Аҡъярҙа  3-сө полилингваль мәктәбе һәм бассейн, шулай уҡ  Өфө ауылы мәктәбендә капиталь ремонт эштәре менән яҡындан танышты. Өфө ауылында спорт-мәҙәни паркын асыу тантанаһында баш ҡала ҡунағы  йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешен алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы һәм заманса йыһазландырылған объекттың буш тормаясағына ышаныс белдерҙе.

Депутаттың районға сәфәре изге ғәмәл – илебеҙгә еңеү килтергән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың ҡәберлектәрен тәртипкә килтереү буйынса өмәлә ҡатнашыу менән тамамланды. Йомғаҡ яһап, Зариф Закир улы, сәфәр уңышлы булды, беҙҙә халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн күп эштәр башҡарыла, бер нисә һорауҙы ул үҙенә иғтибарға алды һәм уларҙы хәл итеүҙә булышлыҡ итергә ниәтләйәсәк, тип билдәләне.

Дәүләт Думаһы депутаты – Хәйбуллала
Дәүләт Думаһы депутаты – Хәйбуллала
Дәүләт Думаһы депутаты – Хәйбуллала
Дәүләт Думаһы депутаты – Хәйбуллала
Дәүләт Думаһы депутаты – Хәйбуллала
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас