

Ил Президенты Йәштәр көнөн билдәләүҙе 27 июндән - июнь айының һуңғы шәмбеһенә күсерергә ҡушты. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, Мәскәү дәүләт университетының «Ломоносов» ғилми кластеры уҡыусылары менән осрашыу барышында, студенттарҙың береһе дәүләт башлығына Йәштәр көнөн билдәләү датаһын күсереү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Ул, байрамдың эш көнөнә тура килгәндә уңайһыҙ була, тип аңлатҡан.