Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Март 2023, 22:17

Александр Прядко – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәксеһе

    

Александр Прядко – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәксеһе
Александр Прядко – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәксеһе

Рәсәй Федерацияһының эске эштәр министры Владимир Колокольцев 10 мартта шәхси составты Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының яңы етәксеһе менән таныштырҙы. Ил президенты Указы менән полиция генерал-майоры Александр Прядко республика ведомствоһына етәксе итеп тәғәйенләнде.

Белешмә

Полиция генерал-майоры Александр Александрович Прядко 1964 йылдың 28 мартында Силәбе өлкәһенең Коркино ҡалаһында тыуған. 1994 йылдан эске эштәр органдарында хеҙмәт итә башлаған. 1997 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ростов юғары мәктәбен тамамлаған. Енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып оператив подразделениеларҙа етәксе вазифаларға үрләгән.

2011 йылдың июнендә Александр Прядко – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Волгоград өлкәһе буйынса баш идаралығының полиция начальнигы урынбаҫары вазифаһына, 2018 йылдың 2 октябрендә Рәсәй Федерацияһы президенты указы менән полиция полковнигы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Һамар өлкәһе буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары – полиция начальнигы итеп тәғәйенләнә. 2019 йылдың 4 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы президенты указы менән Александр Прядкоға полиция генерал-майоры исеме бирелә. 2019 йылдың 25 декабрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Архангельск өлкәһе буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара башлай. 2023 йылдың 6 мартынан –Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы етәксеһе.

«Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы, өсөсөнсө дәрәжә «Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары һәм башҡа наградаларға эйә.

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы

Сығанаҡ:"Башинформ"

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: