Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Февраль 2023, 15:51

"Тупланған тәжрибә Рәсәй Ҡораллы көстәрен төҙөүҙең нигеҙе булып тора"

"Тупланған тәжрибә Рәсәй Ҡораллы көстәрен төҙөүҙең нигеҙе булып тора"
"Тупланған тәжрибә Рәсәй Ҡораллы көстәрен төҙөүҙең нигеҙе булып тора"

Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе барышында Рәсәй президенты Владимир Путин, махсус хәрби операция барышында алынған ысын хәрби тәжрибә илдең Ҡораллы көстәрен төҙөүҙең артабанғы нигеҙенә әйләнергә тейеш, тип билдәләне.

Хәрби көстәрҙе бөтә компоненттар буйынса ла юғары кимәлдә йыһазландырыуға сығырға кәрәк, бында йүнәлеш - Рәсәйҙең ядро көстәрен тотҡарлаусы  өр-яңы системалар менән йыһазландырыу кимәле (91 проценттан ашыу). Үҙҙәрен белемле, заманса командирҙар итеп күрһәткән офицерҙар һәм сержанттар өҫтөнлөклө тәртиптә юғары вазифаларға күрһәтеләсәк, хәрби вуздарға һәм академияларға йүнәлтеләсәк. Уларға тыныс тормошта, бөтә кимәлдәге власть органдарында ла ихтыяж булырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды президент.

 

Фото:Валерий Шахов (Башинформ).
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: