Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Февраль 2023, 21:59

Башҡортостан Башлығы үҙ фекерен белдерҙе

Владимир Путиндың бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһе оло әһәмиәткә эйә

Башҡортостан Башлығы үҙ фекерен белдерҙе
Башҡортостан Башлығы үҙ фекерен белдерҙе

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, иҡтисадты үҫтереү, Рәсәйҙең донъяның геополитик картаһында айырым роле—Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә төп тезистарҙың бер нисәүһе.

Радий Хәбировтың белдереүенсә, Владимир Путиндың бөгөнгө  мөрәжәғәтнамәһе Рәсәй һәм барлыҡ ер йөҙө өсөн билдәле әһәмиәткә эйә. Дөйөм алғанда, төп бурыс—Донбасс, Рәсәйҙең яңы субъекттарына ярҙам итеү .

--Хәрбиҙәргә, бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары тураһында әйтелде. Президент хәрбиҙәрҙең, шул иҫәптән һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә дәүләт ярҙам фонды булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был фондтың подразделениелары йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә булдырыласаҡ. Президент хәрбиҙәргә юлды иҫәпкә алмай,  ярты йылға бер тапҡыр 14 көнлөк отпуск биреү тураһында белдерҙе.

В.Путин иҡтисадты үҫтереү мәсьәләһендә масштаблы бурыстар ҡуйҙы. Статистика күрһәтеүенсә, илдә сәнәғәт күрһәткестәренең түбәнәйеүе бары тик ике процент тәшкил иткән.  Беҙҙең Башҡортостан тураһында әйткәндә,  беҙ 2022 йылды өс процентҡа арттырып тамамланыҡ. Артабанда тик алға барасаҡбыҙ.

Ил Президентын хуплап, беҙҙең илебеҙ үҙ хәүефһеҙлеге тураһында уйларға тейеш. Мин мөрәжәғәтнамә сараһында беренсе тапҡыр ҡатнашмайым, әммә бөгөнгөһөнән  айырым хис-тойғолар кисерәм. Беҙ—ҡеүәтле ил һәм берҙәм халыҡ. Һәм, әлбиттә, беҙ еңәсәкбеҙ!,--тине Радий Хәбиров.

Башинформ.

https://www.bashinform.ru/

 

Автор:Эдуард Кускарбеков

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: