Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
13 Февраль 2023, 11:18

Беҙ һеҙҙең менән бергә!

Әбделнасир ауылында йәшәүселәр хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләй

Беҙ һеҙҙең менән бергә!
Беҙ һеҙҙең менән бергә!

“Беҙ һеҙҙең менән бергә!” тигән девиз аҫтында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар өсөн гуманитар ярҙам  әҙерләүгә Әбделнасир мәктәбе хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл  ҡатын-ҡыҙҙары әүҙем ҡушылды.

Улар тәмле  сәк-сәк бешерҙе. Шулай уҡ йылы носкиҙар, туалет ҡагыҙҙары, теш пасталары, кер һабындары әҙерләне һәм ауыл халҡынан 10500 һум күләмендә  аҡсалата ярҙам йыйылды. Алла бирһә, егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын, донъялар тынысланһын тигән теләктәрен дә еткерҙе әбделнасирҙар.

Абдулнасыровский СК

Автор:
Читайте нас: