Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
3 Февраль 2023, 09:53

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

1-се Аҡъяр мәктәбендә илһөйәрлек дәресе үтте

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

2 февралдә илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиға—Сталинград яуында еңеүҙең 80 йыллығын билдәләнек.

1-се Аҡъяр мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Шәһит Баймырҙин балаларға ҡан ҡойошло һуғыш  тураһында һөйләне.

Сталинград һуғышы - тарихҡа иң ҡан ҡойғос, иң масштаблы һуғыш, дәһшәтле көндәр булараҡ инеп ҡалған.Күпме генә ваҡыт үтһә лә, тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Дәрестә Сталинград һуғышының төп моменттары тураһында видеофрагмент күрһәтелде. Уҡыусылар пазл йыйҙы. Мәктәп фойеһында педагог-китапханасы "Сталинград - тарихтың ғорур хәтере" тигән күргәҙмә ойошторҙо. Уҡыусылар иғтибарына Сталинград һуғышы тураһында билдәле яҙыусыларҙың китаптары тәҡдим ителде.Ҡаһарман яугирҙарҙың даны халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ.

МАОУ СОШ №1 с.Акъяр Хайбуллинского района

 

                                                    

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: