Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
18 Ғинуар 2023, 09:47

Аҡьярҙан Зәйнәғәле Рәхмәтуллиндың ғаиләһе махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәргә 300 кг йылҡы ите тапшырған

Был иттән район үҙәге белем усаҡтары ашнаҡсылары 150 банканан ашыу тушенка әҙерләгән

Аҡьярҙан Зәйнәғәле Рәхмәтуллиндың ғаиләһе махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәргә 300 кг йылҡы ите тапшырған
Аҡьярҙан Зәйнәғәле Рәхмәтуллиндың ғаиләһе махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәргә 300 кг йылҡы ите тапшырған

Аҡьяр ауылында йәшәүсе Зәйнәғәле Рәхмәтуллиндың ғаиләһе махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә 300 кг йылҡы ите тапшырған.

Был иттән район үҙәге белем усаҡтарының ашнаҡсылары 150 банканан ашыу тушенка әҙерләгән. Яҡын арала был ризыҡтар буржуйка мейес, күсермәле мунса һәм башҡа кәрәк- яраҡтар менән тултырылған гуманитар ылау ҙа махсус операция территорияһына оҙатыласаҡ.

Берәү ҙә битараф түгел, йөрәк ҡушыуы буйынса һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам итә. Афарин, хәйбуллалар! Изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә кире әйләнеп ҡайтһын! Артабан да ошолай берҙәм булайыҡ!

 

Автор:
Читайте нас: