

Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштерергә тәҡдим итте.
«Уның исемен мәңгеләштереү мәсьәләһе хаҡында уйлауығыҙҙы һорайым. Ул республика өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы. Үҙенең уйланылған сәйәсәте, милли, дәүләт төҙөлөшө мәсьәләләрендә, Рәсәй тарихының бик ҡатмарлы, һынылыш этабында әһәмиәтле, һиҙелерлек, ыңғай роль уйнаны», - тип билдәләне дәүләт башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин Өфөгә Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән бәхилләшеү сараһына килде. Башҡортостандың беренсе президенты 11 ғинуарҙа донъя ҡуйҙы. Ул Өфөләге мосолмандар зыяратында ерләнде. Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Мортаза Рәхимовты ерләүҙе ойоштороу буйынса дәүләт комиссияһы ултырышында Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәтенә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға, Өфө һәм Күгәрсен районы хакимиәттәренә уның хәтерен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
фото:http://kremlin.ru/ (Сергей Бобылёв, ТАСС)