

Башҡортостан Рәсәй тормошонда, тарихында һәм яҙмышында һәр саҡ мөһим роль уйнаны, тине Рәсәй президенты Владимир Путин республиканың баш ҡалаһына сәфәре барышында. Өфөлә президент төбәктең беренсе етәксеһе Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү сараһында ҡатнашты.
«Бында бер нимә лә уйлап сығарырға кәрәкмәй, - тип билдәләне дәүләт башлығы. - Шуны ла әйтеп үтәйек: Рәсәй империяһы составына үҙ ирке менән ингәндән алып башҡорттар ҙа берҙәм Ватандың тышҡы сиктәрен яҡлау кеүек айырым миссияны үҙ өҫтөнә алды. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы 15 йәштән өлкәнерәк ир-егеттәрҙе ҡоралландырып, атҡа мендереп дошманға ҡаршы яуға оҙатҡан. Шулай уҡ 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ла республика халҡы ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән.
Шуға күрә бөгөн Донбаста, Херсонщинала, Запорожьела беҙҙең кешеләрҙе яҡлау буйынса махсус хәрби операция барышындағы бурыстарҙы хәл иткәндә республика үҙен шулай уҡ яуаплы тота... Быларҙан тыш, әле беҙ булған Өфө - республиканың баш ҡалаһы, ул һәр ваҡыт Рәсәй исламының әһәмиәтле үҙәктәренең береһе булды. Ислам дине мәғрифәтле, ижади һәм ислам донъяһында бик хөрмәтле, шул уҡ ваҡытта илһөйәр, илебеҙҙең башҡа традицион конфессиялары менән үҙ-ара эш итеүгә әҙерлекле», - тине Владимир Путин.
фото:видеонан скриншот