СӘЙӘСӘТ
15 Декабрь 2022, 10:28

Аҡъяр-Сибай юлын ремонтлау 2023 йылдың яҙ айында башлана

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ошо турала әйтте

Аҡъяр-Сибай юлын ремонтлау 2023 йылдың яҙ айында башланаАҡъяр-Сибай юлын ремонтлау 2023 йылдың яҙ айында башлана
Аҡъяр-Сибай юлын ремонтлау 2023 йылдың яҙ айында башлана

Башҡортостан Башлығы 2023 йылдың яҙынан Аҡъяр-Сибай юлында ремонт эштәре башланасағы тураһында әйтте. Был турала ул бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.

--Аҡъяр-Сибай халыҡ тарафынан ялыуҙар-мөрәжәғәттәр күп булды. Киләһе йылдың яҙынан бында ремонт эштәре башланасаҡ. Ә 2024 йылда Аҡъяр-Сибай юлы тулыһынса төҙөкләндереләсәк. Ә Хөкүмәткә, тәү сиратта торған юлдар исемлеген тәрән анализлап,  йыл һайын  ошо ремонт эштәренә аҡса эҙләүҙе һорайым. Тағы ла   һәр муниципаль районға юлдарға таш түшәүгә 10-шар миллион һум финанслауҙы күҙ уңында тотоуҙарын һорайым,--тине республика башлығы.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас