

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Эске эштәр органы коллективын ҡотланы
“Хоҡуҡ һағында тороусылар йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, экстремизм һәм терроризм, енәйәтселек һәм ришүәтселеккә ҡаршы көрәшеп, мөһим социаль һәм дәүләт бурыстарын хәл итә. Бөгөн был бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки көндәлек тормошта тотороҡлолоҡто тәьмин итеү бик мөһим.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшмәкәрлегенә бәйле, хәйбуллалар үҙҙәрен тыныс һәм яҡлаулы тоя, сөнки һәр төрлө ҡатмарлы ваҡытта ла квалификациялы ярҙамға таяна алалар. Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре артабан да йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм именлеккә лайыҡлы өлөш индерер тип ышанам. Ватанға хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем”,-- тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы.