СӘЙӘСӘТ
27 Октябрь 2022, 17:10

Студенттар заманса юғары уҡыу йортонда белем аласаҡ

Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм  Башҡорт дәүләт университетын берләштереү процесы тиҙҙән тамамлана

Студенттар заманса юғары уҡыу йортонда белем аласаҡСтуденттар заманса юғары уҡыу йортонда белем аласаҡ
Студенттар заманса юғары уҡыу йортонда белем аласаҡ

Тура эфирҙа Радий Хәбиров ошо турала ла  мәғлүмәт бирҙе.

-- Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм  Башҡорт дәүләт университетын берләштереү процесы тиҙҙән тамамлана. Был белем биреү базаһын һәм ғилми потенциалды нығытыуҙа  дөрөҫ ҡарар булды.

Беренсе 2-3 йыл  белем биреү программаһын юлға һалып алмайынса еңел булмаҫ.  Әммә бер генә судентты ла ҡыҫҡартыу йәки ҡыуыу булмаясаҡ. Егеттәр һәм ҡыҙҙар заманса юғары уҡыу йортонда белем аласаҡ,--тине Республка Башлығы.

https://www.bashinform.ru/

 

Автор:
Читайте нас