

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика халҡы менән тура бәйләнеш башланды.
«Көн һайын беҙҙең идара итеү командаһы республика халҡының төрлө темаларға йөҙҙәрсә һорауына яуап бирә. Һәм йылына бер тапҡыр, был һорауҙарҙың бер өлөшөнә тура бәйләнеш үткәрәм. Минең өсөн бындай диалог ысынлап та мөһим. Халыҡ менән аралашыу - төрлө кимәлдәге чиновниктың эш нигеҙе, тип иҫәпләйем. Бындай формат барлыҡ мәсьәләләрҙе комплекста ҡарарға мөмкинлек бирә, ә был, үҙ сиратында, беҙгә системалы эшебеҙҙә ярҙам итә», - тип яҙҙы республика Башлығы «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә.
Бөгөнгө тура бәйләнеш трансляцияһын бында ҡарағыҙ.