

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, «Тура бәйләнеш» барышында биргән тәүге һорауҙарҙың береһенә яуап биреп, үҙенең хәле тураһында һөйләне.
«Һаулыҡ һәйбәт. Минең тубығыма операция яһалды. Хоккей уйнағанда йәрәхәтләндем», - тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, әле реабилитациялау осоро бара, артыҡ хәрәкәттәр яһарға кәңәш ителмәй.
«Ләкин кәйефем эшсән. Был эшкә ҡамасауламай», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.