

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Доставалов исемендәге башҡорт батальонына гуманитар ярҙамды оҙатып барғанда, “Томан” позывной йөрөткән хәрбигә Радий Хәбировтан исемле сәғәт тапшырҙы.
“Радий Фәрит улына беҙгә иғтибары һәм хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Башҡортостан Башлығын һәм республика халҡын һынатмаҫҡа тырышырбыҙ, имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтырбыҙ”,--тине хәрби егет.
Автор:Азат Гиззатуллин
Фото скриншот