СӘЙӘСӘТ
22 Октябрь 2022, 21:21

Херсон өсөн алышта ҡаты яраланған

..

Херсон өсөн алышта ҡаты яраланғанХерсон өсөн алышта ҡаты яраланған
Херсон өсөн алышта ҡаты яраланған

Яңауылда махсус хәрби операцияла тәүге көндән ҡатнашҡан гвардия капитаны, батыр яҡташыбыҙ Әсхәт Мөхәмәтовты һуңғы юлға оҙаттылар.

Херсон өсөн алыштарҙың береһендә танк взводы командиры Әсхәт Әхмәтовтың башы һәм ҡулы яралана. Яҡташыбыҙға Мелитополдә ашығыс рәүештә операция яһайҙар, һуңынан Севастополь госпиталенә оҙаталар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә көндән Әсхәт аңына килмәй вафат була. Уға ни бары 32 ине.

Һалдаттың туғандары уның әсәһенә шунда уҡ хәбәр итмәй. Яҡындары был хәбәргә оҙаҡ ышанмай. Әммә тормош аяуһыҙ шул.

Батырлығы һәм ҡыйыулығы, хәрби хеҙмәттә күрһкәткән ҡаһарманлығы Әсхәт Мөхәмәтов һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән наградалана.

Гвардия капитанын әсәһенең тыуған яғы Дүртөйлө районында ерләгәндәр.

https://vk.com/bashkortostanim

Автор:
Читайте нас