

20 октябрҙә БР Башлығы төбәк оператив штабының беренсе ултырышын уҙғарҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уны булдырыу тураһындағы указға Радий Хәбиров кисә ҡул ҡуйҙы. Был структураға министрлыҡтар һәм ведомстволар, оператив хеҙмәттәр, көс структуралары, төбәк ойошмалары, район-ҡала етәкселәре инде.
«Кисә Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин үҙенең указы менән Башҡортостанды базалы әҙерлек кимәле иғлан ителгән төбәктәр исемлегенә индерҙе, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙең төп бурыс – республика ойошма-предприятиеларының, иҡтисадының һәм социаль сфераның ышаныслы эшләүен тәьмин итеү».
Ултырышта Башҡортостан иҡтисадының тотороҡло эшләүен ойоштороуҙы ҡаранылар. БР Башлығы хөкүмәткә һәм район-ҡалаларға мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса айырым иғтибар бүлергә саҡырҙы.