СӘЙӘСӘТ
14 Октябрь 2022, 14:09

Өлөшләтә мобилизация оҙаҡламай тамамланасаҡ

Был турала бөгөн Владимир Путин хәбәр итте.

Өлөшләтә мобилизация оҙаҡламай тамамланасаҡӨлөшләтә мобилизация оҙаҡламай тамамланасаҡ
Өлөшләтә мобилизация оҙаҡламай тамамланасаҡ

Халыҡты өлөшләтә мобилизацияға бәйле һорауҙар бик борсой. Бөгөн илебеҙ Президенты Владимир Путин был турала үҙ һүҙен әйтте.

Дәүләт етәксеһе Оборона министрлығының өлөшләтә мобилизация башында 300 меңдән аҙыраҡ кешене туплауҙы күҙаллауы хаҡында белдерҙе. Әле 222 мең граждан мобилизацияланған. Президент, Оборона министрлығынан мобилизациялау буйынса бер ниндәй ҙә яңы тәҡдимдәр килмәне һәм планлаштырылмай, тип билдәләне. В. Путин һүҙҙәренсә, ике аҙна эсендә мобилизация саралары тамамлана.

– Әле 222 мең кеше мобилизацияланған. Өҫтәмә хәрәкәт күҙалланмай. Уларға ихтыяж юҡ. Ике аҙна эсендә бөтә мобилизация саралары тамамланыр тип уйлайым, – тине Владимир Путин Астанаға сәфәр йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһында.

Президент һүҙҙәренсә, 33 мең мобилизацияланған һалдат әле подразделениеларҙа, 16 меңе хәрби бурысын үтәй. Ул, Украина менән бәйләнеш линияһы 1,1 мең километр тәшкил итә, тип билдәләне.

– Уны контракт хеҙмәтендәге хәрбиҙәр генә һаҡлай алмай, шуға күрә мобилизация иғлан итергә мәжбүр булдыҡ, – тине Путин.

Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу 4 октябргә ҡарата Рәсәйҙең мобилизацияланған граждандары һаны 200 меңдән ашыу булыуын хәбәр иткәйне. Уларҙы 80 полигонда һәм алты уҡыу үҙәгендә әҙерләйҙәр. 21 сентябрҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгән көндә ул резервтағы 300 мең кешене йәлеп итеү күҙалланыуы хаҡында белдергәйне.

 

Фото: "Башинформ". 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас