

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич хәбәр итеүенсә, төбәктә мобилизация саралары 2022 йылдың сентябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш булған. 3 октябрҙә республика башлығы Радий Хәбиров та өлөшләтә мобилизацияны йомғаҡлап, уның уңышлы үтеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Шул уҡ ваҡытта төрлө төбәктә өлөшләтә мобилизацияның яңы тулҡыны башланыуы тураһында имеш-мимеш хәбәр таралды. Халыҡты ҡуҙғытҡан хәбәрҙе Рәсәй Президентының матбуғат секретаре Дмитрий Песков кире ҡаҡты:
"Өлөшләтә мобилизацияның бер ниндәй ҙә яңы тулҡыны юҡ. Был һорауҙы планды арттырып үтәргә тырышҡан төбәк етәкселәренә бирергә кәрәк".
https://vk.com/bashkortostanim