Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
26 Сентябрь 2022, 11:29

Владимир Путин хәрби хеҙмәткә бәйле Енәйәт кодексына үҙгәреш индерҙе

Президент Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы ҡабул иткән законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, үҙ теләге менән әсирлеккә эләккән хәрбиҙәр 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. Мобилизация йәки хәрби ваҡыт барышында дезертирлыҡ өсөн 15 йыл төрмә янай.

Владимир Путин хәрби хеҙмәткә бәйле Енәйәт кодексына үҙгәреш индерҙе
Владимир Путин хәрби хеҙмәткә бәйле Енәйәт кодексына үҙгәреш индерҙе

Президент Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы ҡабул иткән законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, үҙ теләге менән әсирлеккә эләккән хәрбиҙәр 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. Мобилизация йәки хәрби ваҡыт барышында дезертирлыҡ өсөн 15 йыл төрмә янай, хәрби ваҡыт шарттарында мародерлыҡ өсөн шулай уҡ 15 йылға иркенән мәхрүм итәләр. Мобилизация йәки хәрби ваҡытта енәйәт ҡылған өсөн ҡатыраҡ яза була. Рәсәйҙә 21 сентябрҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителде. Хәрби резервта булған 300 мең кеше Ҡораллы көстәргә саҡырыла.

 

Сығанаҡ:https://bash.news/bash/news/185222

Автор:
Читайте нас: