Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Сентябрь 2022, 20:21

Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡбыҙ

Төбәк Башлығы 2023-2024 йылдарҙағы һайлау циклына старт бирҙе.

Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡбыҙ
Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡбыҙ

14 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров партияның респубика сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Көн тәртибендә партияның төбәк бүлексәһенең пландары һәм 2023-2024 йылдарҙағы һайлау кампанияһына әҙерлек буйынса мөһим бурыстар ҡаралды.

Радий Хәбиров сығышында партия ағзаларына әүҙем гражданлыҡ ҡараштары һәм мохтаж кешеләргә ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтте.

– Һуңғы йылдарҙа ил һәм республика тормошонда ябай булмаған осорҙо кисерҙек. Партияның әүҙем ағзалары ошо мәлдә иң яҡшы сифаттарын күрһәтте. Коронавирус ваҡытында “Берҙәм Рәсәй” күп кешеләргә ярҙам итте. Ошоға бәйле партияның абруйы үҫә. Алдағы ваҡытҡа беҙҙең төп бурыс – махсус хәрби операцияға һәм Рәсәй Президенты Владимир Влаадимирович Путинға ярҙам итеү. Бөгөн Ватанды һаҡлаған хәрбиҙәргә уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә, туғандарына һәм яҡындарына терәк булырға әҙер булыуыбыҙҙы белеү мөһим. Һәм, әлбиттә, Донбасс халҡына ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы көнбайыш санкциялары шарттарында Башҡортостандың иҡтисады тотороҡло үҫеүе, ә эшһеҙлектең иң түбән кимәлгә төшөүө тураһында ла әйтеп үтте.

– Бөгөн беҙҙең йәмғиәтебеҙ тупланған, илһөйәрлек, бер-береңә ярҙам итеү тойғолары менән һуғарылған. Халыҡтарҙың, диндәрҙең, сәйәси көстәрҙең берҙәмлеген һаҡларға тейешбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең алдағы йылдарға бурыстарына ла туҡталды. Бының менән ул 2023-2024 йылдарҙағы һайлау циклына старт бирҙе.

– 2022 йылда республикала урындағы үҙидаралыҡ органдарына өҫтәмә һайлау үтте. “Берҙәм Рәсәй” 156 мандаттың күпселеген алды – 137. Коллегаларҙы был яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлайым. Киләһе йыл мөһим буласаҡ. 2023 йылда Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау уҙасаҡ. Уның депутаттары бөгөн һөҙөмтәле эшләй. Беҙҙең парламенттың яңыртылған составы ла шулай уҡ көслө булыр, тип ышанам. Бынан тыш, ауыл советы биләмәләренә һигеҙ мең депутат һайлаясаҡбыҙ. Ә 2024 йылда Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлау тора. Был - бик етди мәсьәлә. Ошо сараларға әҙерлеккә һәм уларҙы үткәреүгә яуаплы ҡарарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы партия вәкилдәрен Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың хөрмәтенә стела асыу тантанаһында ҡатнашырға саҡырҙы. Сара 16 сентябрҙә Шишмә районындағы “Патриот” паркы биләмәһендә уҙа. Башҡортостан Башлығы Указы менән паркка Максим Серафимовтың исеме бирелде.

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция батырҙарына республикала һәйкәл булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

– Был композиция беҙҙең илдә һәм республикала йәшәгән халыҡтар дуҫлығын сағылдырырға тейеш. Беҙҙә хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булған өс Рәсәй Геройы бар. Улар: рус Максим Серафимов, башҡорт Тамерлан Илһамов һәм удмурт Игорь Нәсибуллин. Ауыр минуттарҙа беҙҙең күп милләтле илебеҙ Ватан һағына баҫты, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы сығышынан һуң Донбасста эшләгән Башҡортостан табиптарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай уҡ партияның әүҙем ағзалары ла Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Бынан тыш, Радий Хәбиров Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талаловҡа һәм Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосоповҡа партия билеты тапшырҙы.

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru.              

Автор:Рәмилә Мусина

Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡбыҙ
Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡбыҙ
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: