Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
13 Сентябрь 2022, 19:22

Һайлау йомғаҡтары билдәле булды

Тауыш бирергә килеүселәрҙең һаны 39,26 процент тәшкил иткән.

Һайлау йомғаҡтары билдәле булды
Һайлау йомғаҡтары билдәле булды

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә ошо көндәрҙә үткән һайлауҙарға йомғаҡ яһалды. Унда муниципаль райондар һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайланды. Мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев бирҙе.

Уның белдереүенсә, 4 сентябрҙә Ҡариҙел, Күгәрсен, Шишмә райондарында ауыл биләмәләре депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса 10 һайлау кампанияһы үтте. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса “Берҙәм Рәсәй” вәкилдәре – 10, КПРФ вәкиле – бер һәм бер үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе мандат алған.

11 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлауҙар 25 районда һәм ҡала округында үтте. 31-се һайлау кампанияһы барышында 61 депутат мандаты алмаштырылды.  Тауыш бирергә килеүселәрҙең һаны 39,26 процент тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә “Берҙәм Рәсәй” – 53, ЛДПР бер мандат алды, үҙҙәрен үҙҙәре тәҡдим итеүселәр – ете.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һайлауҙа еңеүселәрҙе ҡотланы һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең һөҙөмтәһен көтөлгән тип атаны. Сөнки партия һәр ваҡыт кешеләр менән булды, шул иҫәптән пандемия осоронда ирекмәндәрҙең эшен әүҙем ойошторҙо.  Хәҙер 2023 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауға әҙерлек бара, тип билдәләне ул.

 

Фото: "Республика Башкортостан". 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: