Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Август 2022, 20:36

22 август - Рәсәй флагы көнө

Быйыл уға 353 йыл тула.

22 август - Рәсәй флагы көнө
22 август - Рәсәй флагы көнө

Рәсәй Федерацияһы флагы көнө - бөтә илдә 1994 йылдан алып билдәләнеүсе төп дәүләт символдарының береһе хөрмәтенә рәсми байрам. Ошоға бәйле Өфөнөң мәҙәниәт, мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте учреждениелары бай байрам программаһы әҙерләгән.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, саралар 21 августа Дуҫлыҡ монументында флагты күтәреүҙән башлана. Ошонда уҡ тематик викторина һәм күмәк флешмоб ойошторола. 22 августа Өфөнөң дөйөм белем биреү ойошмалары Рәсәйҙең дәүләт флагын күтәреүгә ҡушыла. Ошо уҡ көндө «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында, «Имәндәр» скверында һәм Өфө балалар филармонияһы алдындағы майҙанда ижади коллективтар ҡатнашлығында байрам концерт программалары ойошторола. Бынан тыш, өфөләр өсөн триколор тарихы тураһында лекциялар, мәғлүмәт сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар, һүрәттәр конкурсы, квестар, кино күрһәтеү, батырлыҡ тураһында дәрестәр һәм башҡа саралар ойоштороласаҡ.

Күп фатирлы йорттарҙың фасадтарында һәм парапеттарында Рәсәй Федерацияһы флагтары урынлаштырыласаҡ, ә «Тулҡын» һәм «Ҡашҡаҙан» парктарында, Хәҡиҡәт һәм Ухтомский урамдарында ҡала халҡына аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл таҫмалар таратыласаҡ. Дим районында тематик автоуҙыш ойошторола. Сәғәт 4-тә Рәсәй флагтары менән колонна Дағстан урамы, 2 буйынса гипермаркеттан старт ала һәм Үҙәк урам, М5 трассаһы, «Өфө-аэропорт» юлы, Дим шоссеһы буйлап үтеп, «Орион» скверында тамамлана.

 

Мәғлүмәт:Башинформ.

Фото:Олег Яровиков

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: