Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
4 Август , 11:06

Башҡортостанда ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы ярҙам сараһы индерелде

/

Башҡортостанда ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы ярҙам сараһы индерелде
Башҡортостанда ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы ярҙам сараһы индерелде

Башҡортостанда ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы ярҙам сараһы индерелде, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Быйыл йәйҙән йорт һатып алыу йәки төҙөү өсөн бирелгән сертификатты ипотека буйынса беренсе иғәнә итеп түләргә мөмкин. Шулай уҡ уны төп бурысты йәки проценттарҙы ҡаплау өсөн файҙаланырға була», — тине Назаров.

Бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙең ваҡыты мөҙҙәтһеҙ. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өй һалыу өсөн бушлай ер участкаһына ғына дәғүә итә ала ине. Республикала йәшәүселәрҙең үтенесе буйынса был сара киңәйтелде. Ергә мохтаж булмағандар, ләкин үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгәндәр 250 мең һум аҡса алырға мөмкин.

Бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙе алыу өсөн ғариза менән муниципалитетҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

«Хәҙер хеҙмәтте электрон төрҙә алыу мөмкинлеген дә өйрәнәбеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.

 

Фото: Валерий Шахов.

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-08-03/respublikala-ishle-m-invalid-bala-t-rbi-l-g-n-ail-l-r-s-n-ya-y-yar-am-sara-y-inderelde-2897082

Автор:
Читайте нас в