

Дәүләт Думаһы депутаттары парламенттың түбәнге палатаһына 8 июлдә билдәләнгән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн Рәсәйҙә ял көнө итеп тәғәйенләү тураһында закон проектын индерҙе. Был хаҡта парламенттың түбәнге палатаһы сайтында хәбәр ителә.
Проект авторҙары билдәләүенсә, был рәсәйҙәргә ғаиләһе менән бергә йыйылырға, яҡындары менән ваҡыт үткәрергә мөмкинлек бирәсәк, был туғандарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк һәм йәштәрҙе ғүмер буйына тоғролоҡто һәм һөйөүҙе һаҡлауҙың мөһимлеге хаҡында уйланырға мәжбүр итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 июндә Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған указға ярашлы, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө рәсми байрамға әүерелде.
фото:Башинформ.