СӘЙӘСӘТ
3 Июнь 2022, 12:57

Башҡортостандың көньяғында масштаблы иҡтисади форум үтә

Радий Хәбиров  Сибайҙа барған Бөтә Рәсәй  инвестиция һабантуйына старт бирҙе

Башҡортостандың көньяғында масштаблы иҡтисади форум үтәБашҡортостандың көньяғында масштаблы иҡтисади форум үтә
Башҡортостандың көньяғында масштаблы иҡтисади форум үтә

Ҙур сарала  власть органдары һәм эре компаниялар етәкселәре,  Башҡортостан, Рәсәй төбәктәре, сит илдән эшҡыуарҙар, төрлө үҫеш институттары, финанс һәм банктар структуралары эксперттары ҡатнаша.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инвестһабантуйҙы асып,  бинесмендарҙың республика менән хеҙмәттәшлек итеүгә һәм төбәк территорияһында яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡыҙыҡһыныуҙары юғары булыуын билдәләне.

“Сибай ҡалаһы 4-се тапҡыр “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйын ҡабул итә.  Бөгөн илебеҙҙең 21 төбәгенән һәм 10 дәүләттән ҡунаҡтарҙы тәбрикләйбеҙ.  Был беҙҙең форумға ҡыҙыҡһыныуҙың  йылдан-йыл артыуы тураһында һөйләй. Заманса шарттарҙа форумды үткәреү—Башҡортостан үҫешендә мөһим аҙым.  Беҙ –инвесторҙар өсөн ышаныслы һәм көслө партнер. Инвест һабантуйҙа ҡатнашыусылар бында яңы партнерҙар табыр тип ышанам”,--тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас