Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
29 Май 2022, 07:04

"Беҙ сафтан сыҡманыҡ"

Социологтар йәмғиәт фекерен өйрәнеп, ниндәй һығымтаға килгән?  

"Беҙ сафтан сыҡманыҡ"
"Беҙ сафтан сыҡманыҡ"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин алып барған сәйәсәттең дөрөҫлөгө, уның әхлаҡи принциптарға нигеҙләнгәнлеге хаҡында яҙма ҡуйҙы.

"Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путиндың Украинала махсус хәрби операция башлау тураһындағы ҡарары иң тәүҙә әхлаҡи принциптарға нигеҙләнде. Халҡыңды, үҙ йортоңдо һаҡлау – ул намыҫ эше, бурыс. Һәм кешеләр быны аңлай.

Социологтар аҙаҡҡы бер нисә айҙа йәмғиәт фекерен өйрәнгән. Рәсәй халҡының алтмыш проценттан ашыуы ошо ҡарар нигеҙендә алып барылған сәйәсәттән ҡәнәғәтлек хисе кисерә. Әүҙемерәк булыу, берләшеү, бер-береңә ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим икәненә төшөнөү ҙә арта бара. Беҙ иң көслө санкцияларҙы үткәрҙек, әммә сафтан сыҡманыҡ, донъябыҙ һәм йәшәү рәүешебеҙ үҙгәрмәне", – тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров телеграм-каналында.

Мәғлүмәт сығанағы: t.me/agnazarov

Фото: kremlin.ru/press/photo

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: