Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Май 2022, 08:13

Ҡатмарлы осорҙа бирешмәйсә...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Минтимер Шәймиев менән Мортаза Рәхимов тураһында яҙҙы.

Ҡатмарлы осорҙа бирешмәйсә...
Ҡатмарлы осорҙа бирешмәйсә...

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡазан ҡалаһында булды һәм “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмө ултырышында ҡатнашты. Бында ул Татарстандың беренсе Президенты Минтимер Шәймиев менән осрашты, ошо хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.

“Эшем һоҡланғыс кешеләр менән осрашыу мөмкинлеге бирә, тип әйткәнем бар ине. Бөгөн Ҡазанда “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмө ултырышында аҡыллы етәксе, Татарстандың беренсе Президенты Минтимер Шәймиев менән аралаштым. Әйткәндәй, ул “Возрождение” фондына етәкселек итә, уның ярҙамында боронғо Болғарҙы тергеҙеү мөмкин булған. Рәсәй мосолмандары тормошонда был - оло әһәмиәткә эйә ваҡиға.

Тап Минтимер Шәймиев һәм Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов кеүек кешеләр ҡатмарлы реформалар осоронда үҙ республикаларын һаҡлап ҡалып, илдең дәүләтселеген нығытты. Уларға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйек. Беҙҙең өлгө алыр, хеҙмәттәрен ихтирам итер һәм хәтерләр кешеләребеҙ бар”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

 

Фото: Р. Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: