Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Май 2022, 11:40

Башҡортостан һәм Үзбәкстан умартасылары араһында килешеү

..

Башҡортостан һәм Үзбәкстан умартасылары араһында килешеү
Башҡортостан һәм Үзбәкстан умартасылары араһында килешеү

18 майҙа Ташкент ҡалаһында үткән Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә Башҡортостан һәм Үзбәкстан умартасылары хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

 
Башҡортостан һәм Үзбәкстан умартасылары араһында килешеү
 
Башҡортостан һәм Үзбәкстан умартасылары араһында килешеү

Кисә, 18 майҙа, Ташкент ҡалаһында үткән Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә Башҡортостан һәм Үзбәкстан умартасылары хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

Документҡа Башҡортостандың “Алтын солоҡ” төбәк-ара умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге диреторы Марат Хәсәнов һәм Үзбәкстандың Умартасылар ассоциацияһы рәйесе Шарофиддин Бахриддинов ҡул ҡуйҙы. Ошондай уҡ килешеүгә Ташкенттың Умартасылар ассоциацияһы менән дә өлгәшелде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Үзбәкстанда биш йылда бал ҡорттары күсе һанын һәм бал етештереүҙе икеләтә арттырыуға өлгәшкәндәр. 2021 йылда, мәҫәлән, 25 мең тонна бал алғандар, күстәр һаны 1,1 миллионға тиклем еткән. Башҡортостанда иһә умартасылыҡта ғилми селекция, шул иҫәптән ДНК-анализ ярҙамы менән яҡшы ҡуйылған. Үзбәкстан ҡортсоларын ошо йүнәлештәге беҙҙең тәжрибә ныҡ ҡыҙыҡһындыра икән.

Автор:
Читайте нас: