Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
11 Май 2022, 15:54

Рәсәйҙең биш төбәге етәксеһе отставкаға китте

..

Рәсәйҙең биш төбәге етәксеһе отставкаға китте
Рәсәйҙең биш төбәге етәксеһе отставкаға китте

Кисә, 10 майҙа, Марий Эл Республикаһы, Киров, Рязань, Саратов һәм Томск өлкәләре башлыҡтары үҙ теләктәре менән отставкаға китте.

Шул уҡ көндә Президент Владимир Путин атап үтелгән төбәктәр етәкселәре отставкаһын ҡабул итеү һәм улар биләгән вазифаларҙы ваҡытлыса башҡарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Шулай итеп яңы башлыҡ һайланғанға тиклем:

Марий Эл Республикаһын – быға тиклем Ҡалмыҡ Республикаһы Хөкүмәте рәйесе вазифаһын биләгән Юрий Зайцев;

Киров өлкәһен – Кремль Идараһының Дәүләт Советты эшмәкәрлеге эшен тәьмин итеү буйынса референт Александр Соколов;

Рязань өлкәһен – Росстат башлығы Павел Малков;

Саратов өлкәһен – өлкә Хөкүмәте рәйесе, вице-губернатор Роман Бусаргин;

Томск өлкәһен Кремлдең эске сәйәсәт буйынса Идараһы начальнигы урынбаҫары Владимир Мазур етәкләйәсәк.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Автор:
Читайте нас: