Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
26 Апрель 2022, 11:21

Путин 2022-2031 йылдарҙы фән һәм технологияларҙың ун йыллығы тип иғлан итте

-

Путин 2022-2031 йылдарҙы фән һәм технологияларҙың ун йыллығы тип иғлан итте
Путин 2022-2031 йылдарҙы фән һәм технологияларҙың ун йыллығы тип иғлан итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022-2031 йылдарҙы Рәсәйҙә фән һәм технологияларҙың ун йыллығы тип иғлан итте, тиелә баҫылып сыҡҡан указда.

Был ҡарар «йәмғиәтте һәм илде үҫтереүҙең мөһим бурыстарын хәл итеүҙә фән һәм технологияларҙың ролен көсәйтеү маҡсатында» ҡабул ителде.

Указға ярашлы, ун йыллыҡтың төп бурыстары:

- талантлы йәштәрҙе тикшеренеүҙәргә йәлеп итеү;

- тикшеренеүселәрҙе һәм уйлап табыусыларҙы «йәмғиәтте һәм илде үҫтереүҙең мөһим бурыстарын» хәл итеүгә ылыҡтырыуға ярҙам күрһәтеү;

- Рәсәй халҡы өсөн технологик өлкәләге ҡаҙаныштар тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлеген арттырыу.

Координация комитеты рәйестәштәре итеп президент ярҙамсыһы Андрей Фурсенко һәм хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко тәғәйенләнде.

2021 йыл да Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-04-25/putin-ob-yavil-2022-2031-gody-desyatiletiem-nauki-i-tehnologiy-2783984

Автор:
Читайте нас: