Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
18 Апрель 2022, 15:51

Азат Бадрановҡа – яңы вазифа

Бөгөндән ул беренсе вице-премьер бурыстарын атҡара. 

Азат Бадрановҡа – яңы вазифа
Азат Бадрановҡа – яңы вазифа

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөһим кадр үҙгәрештәрен иғлан итеүҙән башланы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов бөгөндән беренсе урынбаҫар итеп тәғәйенләнде.

Азат Шамил улы Бадранов 1986 йылдың 6 декабрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институты аспирантураһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2006 йылда шәхси эшҡыуар булараҡ башлай. Артабанғы йылдарҙа республиканың һәм илдең төрлө учреждениеларында эшләй.

2018-2019 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы Идаралығының ижтимағи-сәйәси үҫеше буйынса начальнигы урынбаҫары, БР Башлығы Идаралығының ижтимағи-сәйәси үҫеше буйынса сәйәси планлаштырыу һәм проектлау бүлеге мөдире - идаралыҡ начальнигы урынбаҫары.

2019-2020 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева.
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2022-04-18/azat-badranov-a-ya-y-vazifa-2773787
Автор:
Читайте нас: