СӘЙӘСӘТ
6 Апреля 2022, 10:59

Владимир Жириновский вафат

Сағыу сәйәсмән хаҡында бығаса ла ошондай күңелһеҙ хәбәрҙәр булғайны. Асыҡланыуынса, был юлы...  

Добавить в предпочтительные источники Google
Владимир Жириновский вафатВладимир Жириновский вафат
Владимир Жириновский вафат

ЛДПР партияһы лидеры Владимир Жириновский ауыр һәм оҙайлы сирҙән һуң вафат булған: был хаҡта рәсми сығанаҡтар хәбәр итә.

Атап әйткәндә, тәүгеләрҙән булып ҡайғылы хәбәрҙе  Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин шәхси телеграм-каналында яҙған.

 «Сағыу, талантлы сәйәсмән. Донъя нисек ҡоролғанын тәрәндән аңлаған, күп нәмәне алдан күрә белгән кеше.  Ул һәр саҡ ваҡиғалар уртаһында ҡайнаны.  Уның шәхесе шундай киң ҡоласлы – беҙ унһыҙ  заман Рәсәйенең сәйәси системаһы үҫеше тарихын күҙаллай алмайбыҙ. Уның эшмәкәрлегенә төп баһа – һайлаусыларының күп булыуы. Был барыбыҙ өсөн дә  - оло юғалтыу”, — тип яҙа Володин.

ЛДПР лидеры вафаты тураһында ул Дәүләт Думаһы ултырышында ла иғлан иткән. 

Фото: ria.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-04-06/vladimir-zhirinovskiy-vafat-2758939
Автор:"Башҡортостан" гәзите