СӘЙӘСӘТ
6 Апреля 2022, 10:43

Рәсәйҙең көньяғында осошто сикләү йәнә оҙайтылды

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙең көньяғында осошто сикләү йәнә оҙайтылдыРәсәйҙең көньяғында осошто сикләү йәнә оҙайтылды
Рәсәйҙең көньяғында осошто сикләү йәнә оҙайтылды

Илдең көньяғындағы һәм үҙәк өлөшөндәге ҡайһы бер аэропорттарға осоуҙы сикләү 13 апрелгә тиклем оҙайтылды. Был хаҡта Федераль һауа транспорты агентлығы сайтында хәбәр ителә.

«2022 йылдың 13 апреленә тиклем Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста аэропорттарына осоуҙы ваҡытлыса сикләү режимы оҙайтылды», —  тип билдәләнә Федераль һауа транспорты агентлығы белдереүендә.

Авиакомпанияларға Сочи, Волгоград, Минераль Һыуҙар, Ставрополь һәм Мәскәү аэропорттары аша альтернатив маршруттар тәҡдим ителә. 

«Рәсәйҙең башҡа, шул иҫәптән халыҡ-ара аэропорттары, ғәҙәти режимда эшләй», — тип белдерҙеләр агентлыҡта.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-06/zapret-poletov-na-yuge-rossii-vnov-prodlen-2758411

Автор:Галина Бахшиева.
 
Фото:Валерий Шахов.
Автор: