Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
3 Апрель 2022, 11:57

Тауыш биреүҙәр тыныс шарттарҙа бара

Аҡъяр һәм Бүребай ауыл биләмәһе Советтары депутаттарын өҫтәмә һайлауҙар үтә

Тауыш биреүҙәр тыныс шарттарҙа бара
Тауыш биреүҙәр тыныс шарттарҙа бара

Аҡъяр ауылының район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3203 һайлау участкаһында һайлауҙар тыныс шарттарҙа үтә. Һайлау участкаһы рәйесе Азамат Бохарбаев әйтеүенсә, был участкала һайлаусылар һаны 578 кеше иҫәпләнә. Улар Батанов, Көнсығыш, Мортазин урамдарында, Салауат Юлаев проспектында, Баҙар тыҡрығында йәшәүселәр. Иртәнге сәғәт 10-сы яртыға тиклем 40 кеше тауыш биргән. Иң беренсе булып  Владимир Кругляков һайлаған. Һайлау участканың иң өлкән һайлаусыһы - Рәйсә Фәхриева.  Һайлау участкаһына килә алмағандар өйҙәрендә тауыш бирәсәк.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: