СӘЙӘСӘТ
31 Март 2022, 09:28

Депутаттар республикала айнытҡыстар булдырыуҙы хупланы

/

Депутаттар республикала айнытҡыстар булдырыуҙы хупланыДепутаттар республикала айнытҡыстар булдырыуҙы хупланы
Депутаттар республикала айнытҡыстар булдырыуҙы хупланы

Башҡортостан парламенты депутаттары беренсе уҡыуҙа республикала айнытҡыстар булдырыуға йүнәлтелгән закон проектын ҡабул итте, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон проектының асылы республикала айнытҡыстар ойоштороу өсөн норматив-хоҡуҡи база булдырыуға ҡайтып ҡала.

«Ошо маҡсатта дәүләт власы органдарына махсус вәкәләттәр бирелә», — тине ул.

Документҡа ярашлы, айнытҡыстар тигәндә «алкоголь йәки наркотик ҡулланып иҫергән хәлдәге» кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған махсус ойошмалар күҙ уңында тотола.

Фекер алышыу барышында депутаттар араһында айнытҡыстарҙың ойоштороу-хоҡуҡи формалары буйынса бәхәс тыуҙы. Ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү һәм был эшмәкәрлекте коммерциялаштырыуға юл ҡуймау өсөн айнытҡыстар дәүләт йәки муниципаль учреждениелар формаһында ғына булдырылырға тейеш, тигән ҡарарға килде депутаттар. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ схемаһы ла маҡсатҡа ярашһыҙ тип табылды.

Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә йыл һайын 50 меңдән ашыу кеше эсеп вафат була. Башлыса улар — эшкә һәләтле йәштәгеләр.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Галина Бахшиева.
https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-03-31/deputattar-respublikala-aynyt-ystar-buldyryu-y-huplany-2751047
Автор:
Читайте нас