Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
25 Март 2022, 13:15

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

Район Советы депутаттары бер тауыштан Рөстәм Шәриповты һайланы

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

Бөгөн муниципаль район Советы депутаттары Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына Рөстәм Шәриповты тәғәйенләргә ҡарар итте.

Асыҡ тауыш биреү юлы менән муниципаль район Советы депутаттары бер тауыштан Рөстәм Динислам улы Шәриповты район хакимиәте башлығы итеп һайланы һәм уның хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтты. Ул был вазифаны 2019 йылдың декабренән биләне.

Контракт ваҡытының уҙыуына бәйле 2021 йылдың 24 декабрендә муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы уға йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс иғлан ителде.

Муниципаль район Советы эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығы етәксеһе Юрий Коземаслов, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлеге баш советнигы Иршат Бикбулатов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары Әлфәрис Байсурин һәм Рөстәм Аблаев, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары һәм бүлек начальниктары, райондың хоҡуҡ һаҡлау һәм надзор органдары вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район ойошмалары һәм предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

 

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: