Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Март 2022, 16:36

Башҡортостан Ҡытай менән бәйләнештәрҙе нығыта

-

Башҡортостан Ҡытай менән бәйләнештәрҙе нығыта
Башҡортостан Ҡытай менән бәйләнештәрҙе нығыта

Башҡорт балы Азияны яулай. Был турала республика Хөкүмәте вице-премьеры–Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Башҡортостан делегацияһының Ҡытайға беренсе эш сәфәре апрелдә  була, тине ул.

Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, Башҡортостан агросәнәғәт комплексына аҡса һалған инвесторҙар бер ҡайҙа ла китмәй. Бөтә программалар тормошҡа ашырыла. Ведомство башлығы Ишембай районында күпләп бал етештерергә ниәтләгән “Би һэппи” француз компанияһын миҫал итеп  килтерҙе.

Башҡортостан экспортлаусылары өсөн продукция индереү һәм сығарыуға бәйле сикләүҙәр проблема тыуҙыра. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығында был мәсьәләне хәл итеү өсөн Ҡаҙағстан һәм Төркиәләге вәкиллектәрҙә юридик бүлексәләр булдырыу  тәҡдим ителә.

 

Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/173122

Автор:
Читайте нас: