

Дәүләт Думаһына Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы хәрби хәрәкәт ветерандары тип таныу тураһында закон проекты индерелә. Документты Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән берлектә «Берҙәм Рәсәй» әҙерләгән. Закон проекты «Ветерандар тураһында»ғы федераль законға төҙәтмә булып тора.
Бындай ҡарар хәрбиҙәргә айлыҡ түләүҙәргә һәм һалым льготаларына, электричкала бушлай йөрөргә, сиратһыҙ медицина хеҙмәтләндереүенә, шифахана-курорт хеҙмәттәре менән ҡулланырға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләгәндә ташламаларға һәм башҡа өҫтөнлөктәргә хоҡуҡ бирә.
Быйыл закон положениеларын үтәү өсөн 5 миллиард һум талап ителә.
https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-03-16/ukrainala-mahsus-operatsiyala-atnashyusylar-y-h-rbi-h-r-k-t-veterandary-tip-tanyr-a-t-dim-it-l-r-2729687