СӘЙӘСӘТ
13 Ғинуар 2022, 17:37

Бәләкәй Арыҫланғол һәм Әбүбәкер ауылдары халҡы менән осрашыу

*

Бәләкәй Арыҫланғол һәм Әбүбәкер ауылдары халҡы менән осрашыуБәләкәй Арыҫланғол һәм Әбүбәкер ауылдары халҡы менән осрашыу
Бәләкәй Арыҫланғол һәм Әбүбәкер ауылдары халҡы менән осрашыу

Бөгөн Рөстәм Шәрипов  Бәләкәй Арыҫланғол һәм Әбүбәкер ауылдарында халҡыҡ менән осрашып, йыл һайын үткәрелеүсе осрашыуҙарға старт бирҙе. Был сараларҙың төп маҡсаты - халыҡтың проблемаларын асыҡлау һәм уларҙы хәл итеүҙә ярҙам итеү, артабанғы эште планлаштырыу өсөн тәҡдимдәр ишетеү. Осрашыуҙа Хәйбулла муниципаль район хакимиәтенең структур бүлексәләре вәкилдәре, депутаттар һәм башҡа ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.

Иң башта район хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы менән ауыл биләмәләре башлыҡтары тарафынан 2021 йыл йомғаҡтары буйынса отчет бирелде һәм ағымдағы йылға пландар менән таныштырҙы. Артабан осрашыу «һорау-яуап» форматында үтте. Әбеш ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәре Оло Әбеш ауылы мәктәбендә йылытыу системаһын ремонтлауға, тәҙрәләрҙе алмаштырыуға һәм спорт инвентары һатып алыуға, Үрнәк ауылында автозаправка станцияһы эшен яңыртыуға, һыу үткәргесен төҙөүгә, урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡан өсөн түләүҙәргә, газ үткәреү өсөн сертификат алыуға ҡағылды. Ауыл халҡы Оло Әбеш ауылында Зәки Вәлиди урамына асфальт түшәүҙе, барьер кәртәләрен ҡуйыуҙы һәм автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларын яҡтыртыуҙы, ауылдарҙың береһендә ҙур булмаған күпер төҙөүҙе, белем биреү учреждениеһы техник персоналының эш аспекттарын асыҡлауҙы, Вәзәм ауылы клубы өсөн бильярд өҫтәле һатып алыуҙы һораны. Шулай уҡ төбәк операторының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу, ерҙәрҙе рәсмиләштереү, экология һәм Интернеттың тотороҡһоҙ эшләүе буйынса мәсьәләләр күтәрелде.

Әбүбәкерҙә йәшәүселәр күперҙе, автобус туҡталышын ремонтлауҙа, клубта ремонт эштәрен тамамлауҙа, быуаны тергеҙеүҙә ярҙам һораны. Һаулыҡ һаҡлау, льготалар буйынса, яҡтыртыу мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды. Мөрәжәғәттәрҙең береһен дә иғтибарһыҙ ҡалманы, уларҙың барыһы ла теркәлгән һәм артабан улар өҫтөндә эшләү өсөн контролгә алынған.

Киләһе осрашыу 15 ғинуарҙа Ғәлиәхмәт (сәғәт 10:00) һәм Атингән (сәғәт 13.00) ауылдарында үтәсәк.

 

 

 

Бәләкәй Арыҫланғол һәм Әбүбәкер ауылдары халҡы менән осрашыу
Бәләкәй Арыҫланғол һәм Әбүбәкер ауылдары халҡы менән осрашыу
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас